Стәрле игенселәре ал-ял белмәй эшләй

Башҡортостан баҫыуҙарында тракторҙар гөрләй - сәсеү бара. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов эш барышы менән танышты.

Стәрле игенселәре ал-ял белмәй эшләйСтәрле игенселәре ал-ял белмәй эшләй
Стәрле игенселәре ал-ял белмәй эшләй
Әйткәндәй, аграр тармаҡтағы дөйөм эштәр «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектына танып башҡарыла. Әле республикала 52 район (8 майға ҡарата) хужалыҡтары сәсеүгә төшкән.
Илшат Фазрахманов Стәрлетамаҡ районы баҫыуҙарын ҡараны. Бында иген баҫыуҙары Башҡортостанда иң ҙур майҙанды биләй. Ярауай культураларҙы 100 мең гектарҙа сәсеү күҙалланған. Майҙандың 60 процентында тиерлек эш эшләнгән дә инде.
Ауыл хужалығы министры белдереүенсә, заманса сәсеү комплекстары мөһим осорҙо тиҙ арала тамамлауҙа булышлыҡ итә
— Бөгөн сәсеү кампанияһы, көн торошо шарттарын иҫәпләмәгәндә, 12 — 14 көндә бөтә. Беҙҙең бурысыбыҙ — был осорҙо 10 — 12 көнгә тиклем ҡыҫҡартыу, — тине Илшат Фазрахманов.
 
Фото: Минсельхоз РБ, Контента | Инфоповод
Стәрле игенселәре ал-ял белмәй эшләй
Стәрле игенселәре ал-ял белмәй эшләй
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас