

Алдан хәбәр ителгәнсә, баш ҡаланың мэрына һаҡлыҡ сараһын өйҙәге арестҡа үҙгәртәләр. Билдәле булыуынса, Ратмир Мәүлиевтың бөгөн төндә хәле насарлана. Уны РКБ-ға алып киләләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө мэры вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү сиктәрендә һорау алыуҙар, тентеүҙәр һәм эҙләүҙәр үткәрелә.