

11 майҙа төндә Ҡариҙел районы Сиҙәш-Нуғай ауылы янында балыҡ тотоу ваҡытында 55 йәшлек ир юғалған.
Билдәле булыуынса, өс ир Үреш йылғаһында кәмәлә балыҡ тотҡан. Балыҡ тотоу ваҡытында уларҙың кәмәһе түңкәрелгән. Ике ир ярға сығып өлгөрә, өсөнсө ирҙе (ул Өфөнән) Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары эҙләй.
9 майҙа Благовещен ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында ла шундай уҡ хәл була - өс ир-егет ултырған моторлы кәмә түңкәрелә. Ике ир ярға сыға, өсөнсөһө һәләк була. Һәләк булған 38 йәшлек ирҙең кәүҙәһен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары сығарған.
- Һыуҙа хәүефһеҙлек абсолют өҫтөнлөк булырға тейеш, - тип иҫкәртә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов. - Һаҡһыҙлыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау фажиғәле эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Шулай уҡ 25 апрелдән 5 июнгә тиклем Башҡортостан Республикаһының барлыҡ һыу объекттарында сикләүҙәр ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрәм. Был осорҙа ярҙан ғына балыҡ тоторға рөхсәт ителә.
Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штраф ҡаралған.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.