

Йырсы сәхнәлә ауырыу хәлдә сығыш яһарға мәжбүр булыуы тураһында һөйләне.
— Ҡазан концерттары алдынан бик ныҡ ауырып киттем, вокаль тауышым юҡҡа сыҡты. Был ҡот осҡос ине, — тип хәбәр итте артистка.
Гөлназ Асаева үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тауышты тигеҙләй торған автотюн менән эшләргә тура килеүен әйтте.
— Хурлыҡҡа ҡалдым, әлбиттә. Ҡайһы саҡ шулай була шул... — тип йомғаҡлай йырсы.