Аномаль һауа торошо фаразлана

Синоптиктар ошо хаҡта фаразланы.

Аномаль һауа торошо фаразланаАномаль һауа торошо фаразлана
Аномаль һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда был көндәрҙә һауа  температураһы 0-дән +20 градусҡа тиклем тирбәлә. Төндә -2 градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә.  

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 12 майҙа төбәктә көн буйына тиерлек йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Иртән  республиканың көнсығышында ҡырау төшә: C... -2 градус һалҡын. Көндөҙ термометр бағанаһы +15 ... +20 градус.

13 майҙа шулай уҡ ямғыр яуа.  Һауа температураһы төндә +5°... +10, көндөҙ +23 градус.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас