Белеүегеҙсә, был конкурс «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы ойошторола.
Быйыл район-ҡалаларҙан 12 проект әҙерләнгән. Уларҙы 1 июнгә тиклем федераль комиссияға ебәрергә кәрәк.
Ағиҙел, Туймазы, Яңауыл ҡалаларынан, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан проекттар бар. Шулай уҡ Благовещенск, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Күмертау ҡалалары, Николо-Берёзовка (Краснокама р-ны), Малаяҙ (Салауат), Үрге Тәтешле (Тәтешле) ауылдарынан проект тәҡдим ителде.