

Билдәле булыуынса, Башҡортостан халҡының 25 проценты тиерлек 60 йәштән өлкән кешеләр. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының да төп бурыстарының береһе - өлкән быуындың сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу.
Беҙҙә гериатрик ярҙам өс кимәлдә ойошторолған, амбулатор секторҙа 48 махсус кабинет эшләй, стационарҙарҙа 215 урын булдырылған. Һуғыш ветерандары госпиталендә Республика гериатрик үҙәге лә бар. Башҡортостан был йүнәлештә илдә тәүгеләрҙән булып пилот проектын ғәмәлгә ашырыла башланы.
«Ғаилә» милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса беҙҙә «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» программаһы ғәмәлгә ашырыла.
Фото: Минздрав РБ, Контента | Инфоповод