+22 °С
Ямғыр


Башҡортостанда шартлау торлаҡ йортто емергән. Ғәҙәттән тыш хәл Ейәнсура районының Новопавловка ауылында булған. Тыныслыҡ урамында ике фатирлы кирбес йортта газ-һауа ҡатнашмаһы шартлай. Һөҙөмтәлә ҡыйыҡ һәм стеналар емерелеп төшә, ике фатир ҙа етди зыян күрә. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.