

Өфөлә самолетыбыҙ билдәле хәлдәргә бәйле бер аҙ тотҡарланһа ла, юлыбыҙ бик тиҙ һәм уңышлы булды. Өфөнән Сухумға килеп төшкән тәүе самолетты авиациялағы йола буйынса янғын һүндереү машиналары һыуға ҡойондорҙо. Ә аэропортта яңы рейсты тәүге пассажирҙарын Абхазия Республикаһының вице-премьеры Джансух Нанба менән иҡтисад министры Теймураз Миквабия сәләмләне. "Хәйерле сәғәттә! Был рейстың ғумере оҙон булыр тип ышанабыҙ. Ул рухы менән бер-береһенә яҡын халыҡтарға йышыраҡ осрашырға, йышыраҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөргә мөмкинлек бирә", -- тип улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һый тулы өҫтәл, дәртле абхаз халҡы бейеүе лә ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.