

"Өфө" аэропортының коммерция директоры Динис Никитин әйтеүенсә, был бик уңайлы, пассажирҙарға урап йөрөргә, сәғәттәр буйына көтөп ултырырға тура килмәйәсәк. Матур тәбиғәтле Абхазияға бер нисә сәғәт эсендә генә барып етеп, ял итергә ҙур мөмкинлектәр асыла. Әйткәндәй, Сухумға тура рейс совет заманында ғына булған. 30 йыллап пассажирҙар ураҡ юлдар менән йөрөргә мәжбүр булған. Рейстың иң тәүге пассажирҙарына компания бүләк тә әҙерләгәйне. Ул иң беренсе булып билет алған Насыповтар ғаиләһенә эләкте. Альберт ҡатыны Гөлназ һәм бәләкәй ҡыҙҙары менән Абхазияға ял итергә бара. - Абхазияла булғаныбыҙ юҡ, шуға тура рейс буласағын белгәс, ошо йүнәлеште һайланыҡ. Бала менән булғас бигерәк уңайлы, - ти ғаилә башлығы. Журналистарға ла был тәуге рейстың пассажирҙары булырға насип булды. Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропорты беҙгә шундай матур мөмкинлек бирҙе.