1.Ваҡ ҡына итеп туралған япрағы һәм һабағына 1:4 нисбәтендә араҡы ҡойоп, 10 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Һөҙөп алғандан һуң 30 тамсы төнәтмәне бер ҡалаҡ һыуға бутап, көнөнә ике тапҡыр эсергә. Атерсосклероздан һәм биҙгәк тотҡанда килешә. Шулай уҡ уны һыҙлаған быуындарға ла һөртөргә ярай.
- Бер балғалаҡ йәшел үләнгә 1,5 стакан ҡайнап бер аҙ һыуынған һыу ҡойорға һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә ике тапҡыр ашағандан һуң эсергә. Был төнәтмәнең зыяны юҡ, ә бына иммунитетты нығытырға ярҙам итәсәк.
- Ваҡ ҡырғыста ҡырылған бер ҡалаҡ ҡырағай һарымһаҡ һуғанына 2 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡушып бутарға һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан эсергә. Ошоноң уҡ марляға уралған тампонын тымауҙы дауалау өсөн ҡулланалар. Эренләп торған яраға һәм тимрәүгә лә файҙаһы тейә.
Бынан тыш, урман йыуаһы сәстең үҫеүенә ыңғай тәъҫир итә. Шуның өсөн пеләшлек янаусы ир-егеттәргә уның төнәтмәһен эсеү файҙалы.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.