Һалҡын елдең бер иҫеүе етә

Һалҡын елдең бер иҫеүе етә: Тигеҙ янған усаҡ сайҡала, Уңға-һулға,  артҡа-алға тартып, Үҙе йәнә ситкә тайпыла.

Һалҡын елдең бер иҫеүе етәҺалҡын елдең бер иҫеүе етә
Һалҡын елдең бер иҫеүе етә

Иркәләп тә башта һыйпап үтә,
Ҡапыл ғына сәпәй битеңә.
Өрөп кенә һүндермәҫ ул, тимә,
Ҡаршылашмай ҡалһаң иркенә.

 

Һөйөү утын шулай һынай елдәр,
Үлсәп ҡарар өсөн көсөңдө.
Әллә ниҙәр ҡылырға ла әҙер,
Күрергә тип һүнек төтөндө.

 

Бирешмәгеҙ, зинһар, шул елдәргә,
Усаҡ бит ул ҡайнар, яндырыр!
Ышанысты еңә алмағанда,
Бирешер ел, тыныс ҡалдырыр!

 

Лилиә АЛТЫНҒУЖИНА (ҠАҺАРМАНОВА)

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас