Абрикос төшө тәмле генә түгел, файҙалы ла

Уның һөйәге эсендәге орлоғо  һәр кемгә яҡшы таныш һәм тәме тел осонда торалыр.

Абрикос төшө тәмле генә түгел, файҙалы лаАбрикос төшө тәмле генә түгел, файҙалы ла
Абрикос төшө тәмле генә түгел, файҙалы ла

 

  Ул тәмле генә түгел, бик файҙалы ла. Улар  ауырыуы күҙәнәктәрҙе үлтереп, тотош организмды һауыҡтырыуға һәләтле.  Уның составындағы   В17  витамины яман шешекә ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Был орлоҡтарҙы нефриттан, астманан, лорингиттан һәм бронхиттан да тәҡдим итәләр. Уны йүтәлгә, ялҡынһыныуға ҡаршы  һәм ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн һөҙөмтәле сара булып тора.   

Абрикос һөйәге экстраткы (дауаханала була) иммунитетты нығыта, бәшмәктәргә ҡаршы, эстәге ҡорттарҙы ҡыуыу өсөн ҡулланыла.

Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: артығын (көнөнә 20 – 30-ҙан  ашыу) ҡулланыу зарарлы, сөнки уның составында амигдалин тигән ағыулы матдә бар.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас