

Һүҙ талпан ҡаҙалыуға бәйле. Талпандар әүҙемләшкән осорҙан алып, Башҡортостанда 1347 кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 35,4 проценты – балалар.
Был турала “Роспотребнадзор”ҙан хәбәр итәләр. Талпан йәбешһә, ошо ведомствоның рәсми сайтынан ҡарап, ҡабул итеү пункттарының адресын, эш графигын белешегеҙ.
Һаҡ булығыҙ – әле талпандарҙың әүҙем сағы. Тәбиғәттә, ғөмүмән, ағас-ҡыуаҡ, үләндәр араһында ипләп йөрөгөҙ. Талпан вирус энцефалитына ҡаршы вакцина яһатыу ҙа мөһим.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.
Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ!