Яҙҙың иң тәүге дарыу үләне

Йәшел үләнгә аяҡ баҫһа шәбәйер, тигән боронғолар. Был осраҡта      улар, моғайын, күп ауырыуҙы дауаларға ярҙам иткән дарыу үләндәрен  күҙ уңында тотҡандыр. Шуларҙың береһе – иртә яҙҙан өлгөргән  урман йыуаһы.

Яҙҙың иң тәүге дарыу үләнеЯҙҙың иң тәүге дарыу үләне
Яҙҙың иң тәүге дарыу үләне

   Урман йыуаһы, айыу һуғаны, оҫҡон (черемша) – ландышҡа оҡшаш  үҫемлек. Икенсе төрлө уны   “ҡырағай һарымһаҡ”  тип тә йөрөтәләр.  Тәме ысынлап та  һарымһаҡты хәтерләтә. Кешеләр уны элек-электән аҙыҡ урынына ҡулланған. Уның менән төрлө   аш-һыуҙы биҙәргә мөмкин. Бынан тыш, ул бик яҡшы дауалау сараһы ла.

 Үҫемлектең тәүге япраҡтары ҡар иреп бөтөү менән иртә яҙҙан күренә башлай.  Уны айыуҙар ҙа бик ярата.  Ошонан килеп сыҡҡан да инең уның   “айыу  һуғаны” тигән тағы бер атамаһы.  Үҫемлектең япрағы ғына түгел, һутлы һабаҡтары менән һуғаны ла ашарға яраҡлы.

Урман йыуаһының иң һутлы осоро апрель – май айҙарына тура килә. Шунлыҡтан тап ошо мәлдә уны йыйырға тәҡдим итәләр.    Һалҡынға бирешеп бармаған үҫемлек күләгәле урындарҙа үҫә. Әйткәндәй, уны баҡсаға күсереп ултыртҡанда, ерегеп китмәүе лә ихтимал.   Үҫемлекте өҙгәс тә, йәшел көйө ашау яҡшы,   әммә шул уҡ ваҡытта киптерергә, туңдырырға, маринадларға ла мөмкин. Был осраҡта ла ул үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай.  Ҡышҡыһын иһә ашҡа, картуф, былау, ҡарабойҙайға ҡушып ашырға, салаттарға өҫтәргә була.  Киптереү өсөн яҡшы елләтелгән урынды һайлау кәрәк.   

Шифаһы нимәлә?

 Ҡырағай һарымһаҡтың халыҡ араһында популяр булыуының  сәбәбе –  организм өсөн файҙалы матдәләргә һәм витаминдарға бай булыуында.  Үҫемлектең химик составын ҡарағанда унда В, С витаминдарын, күҙәнәклек,  органик кислоталар, эфир майҙары, каротин, кальций һәм  башҡа файҙалы элементтар  табырға мөмкин.   Уның япрағында һәм һабаҡтарында  С витамины, цитрус емештәренә ҡарағанда ла, күберәк.  Көнөнә бер нисә һабағын ғына ашағанда ла, организмда С витаминының көндәлек нормаһын тултырырға мөмкин.    Әйткәндәй,  үлән ни тиклем бейегерәк тауҙа үҫә, унда тәбиғи аскорбин кислотаһы шул тиклем күберәк.  

Өҫтәүенә 100 г үҫемлектә барлығы 36 ккал ғына!  Әммә был, уны  күпме теләйһең, шулай ашарға ярай тигәнде аңлатмай, зыяны бар, ашҡаҙандың лайлалы ҡатламын ялҡынһынландырыуы ихтимал.   Бына ни өсөн уны ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарының ҡайһы берҙәре менән сирләгәндә  ашарға ярамай.

Урман йыуаһының шифаһы  эле-электән билдәле.  Ата-бабаларыбыҙ уны тағунға (чума) һәм  ваба (холера) сирҙәрен киҫәтеү өсөн ҡулланған, уның менән   бронхитты, атеросклерозды, гайморитты, тымауҙы һәм тире ауырыуҙарын дауалаған.  Даими рәүештә әҙ-әҙләп ҡулланғанда айыу һуғаны  аш эшкәртеү системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, матдәләр алмашыныуын көйләй,  эсәктәргә ыңғай тәъҫир итә. Үҫемлектең  юғары ҡан баҫымына ҡаршы ла файҙаһы бар.  Бының өсөн һутлы япраҡтарын һәм киптерелгән сәскәһенән бешереп әҙерләнгән төнәтмәне ҡулланалар. Ауыҙ ҡыуышлығын ялҡынһыныуҙан һаҡлау өсөн яңы өҙөлгән япраҡтарын сәйнәү ҙә етә. Улар бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә.

Урман йыуаһының һутын тимрәүгә, сөйәлгә, шулай уҡ тиренең башҡа зыян күргән өлөштәренә һөртөргә мөмкин. Ул йәрәхәтте бөтәштереү көсөнә эйә.

   Ҡырағай һарымһаҡты  туҡланыу рационына индергәндә, ҡанда холестерин кимәлен кәметеп, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, коронар ҡан тамырҙарын нығыта. Әммә дауаланыу зыян килтермәһен өсөн табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. 

Йәшел япраҡтары   шулай уҡ үпкәлә һәм бронхтарҙа ҡаҡырыҡ күп булыуҙан тын етмәү билдәләрен бөтөрөүгә лә булышлыҡ итә.    Үҫемлек ярҙамында дарыуҙарһыҙ ғына йүтәлдән ҡотолоп була.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас