

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ведомстволар Башҡортостандан булған яугирҙәрҙең хәрби юлы, батырлығы тураһында материалдарҙы йыя, архивлаштыра.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев әйтеүенсә, МХО биләмәһендә Башҡортостандан даими рәүештә 40-лап хәрби хәбәрсе эшләй. Уларҙың репортаждары, әңгәмәләре, эксклюзив кадрҙары ваҡиғаларҙың документаль хроникаһы өсөн нигеҙ булып торасаҡ.
Милли архив менән килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов та сығыш яһаны.
–Хәрби хәбәрселәр һәр ваҡыт тиерлек беҙҙең яугирҙәр менән алғы һыҙыҡта йөрөй. Егеттәребеҙҙең батырлыҡтарын, көндәлек тормошон күрһәтәләр. Был - ябай булмаған, хәүефле эш. Ул быуаттар дауамында киләсәк быуындың хәтерендә һаҡланырға тейеш, – тине ул.
Башҡортостандың Милли архивы директоры Кинйә Күскилдин архив хеҙмәттәренең был йүнәлештә эшләүҙәре тураһында белдерҙе.
– Беҙ электрон һәм ҡағыҙ мәғлүмәттәр, радио- документтар алабыҙ. Был йәһәттән беҙҙе ҙур эштәр көтә, – тине архив етәксеһе
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина махсус хәрби операция тураһында журналистарҙың медиаматериалдарын тапшырыуҙың киләсәк быуын өсөн мөһимлеген билдәләне.
Архивҡа редакция-журналдарҙа 2022 йылдың февраленән бөгөнгә тиклем баҫылып сыҡҡан бөтә материалдар инәсәк.