«Фронтта беҙ – бер ғаилә»

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонда республиканың гәзит-журналдары редакциялары журналистары өсөн  «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итеүсе «Журналист» Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальон командирының хәрби -сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары «Матур» позывнойлы яугир менән онлайн-конференция ойошторҙо.   

«Фронтта беҙ – бер ғаилә»«Фронтта беҙ – бер ғаилә»
«Фронтта беҙ – бер ғаилә»

 

 «Матур» –  сығышы менән Ульяновск ҡалаһынан. Махсус хәрби операцияла өсөнсө йыл йөрөй. «Газпром газораспределение» ойошмаһында эшләп йөрөгән мәленән  РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, рядовойҙан  лейтенантҡа тиклем юл үткән. 2023 йылда «Башҡортостан» мотуҡсылар полкына килгән.

–  «Матур» позывнойын атайымдың ҡушаматынан алдым. Атайыбыҙҙы ауылда «Матур абый» тип йөрөтәләр ине.  Туған телемде беләм. Рациянан үҙ-ара башҡортса-татарса һөйләшәбеҙ. Башҡортостан – беҙҙең күңелдә, хатта шеврондарыбыҙҙа ла һеҙҙең флаг. Беҙҙең полкта төрлө йәштәге күп милләт вәкилдәре хеҙмәт итә. Хатта Алтайҙа йәшәүсе аҙ һанлы ғына ҡалған тубалар милләтенән дә  берәү бар.  Фронтта милләткә, йәшкә, кемлегеңә ҡарап  айырыу юҡ, хәрби сафтарҙа беҙ  берҙәм  булып неонацизмға ҡаршы көрәшәбеҙ, бында  хәрби туғанлыҡ көслө. Яңы ғына контрактҡа ҡул ҡуйып, хәрби тәжрибәһе булмайынса  беҙгә  килгән йәштәр тәүҙә быны аңламай, үҙҙәрен күрһәтергә, өҫтөнөрәк тоторға маташа. «Егеттәр , улай ярамай, бында беҙ бер ғаилә. Белеп булмай, бәлки ошо егеттәр һине бәләгә тарығанда ҡотҡарыр», – тип әйтәм уларға. Алғы һыҙыҡҡа инеп сыҡҡас ҡына минең һүҙҙәрҙең хаҡлығына инаналар, тормошҡа ҡараштары үҙгәрә. Үҙем хәрби булғас, фронттағы ауырлыҡтар үҙемдең башымдан үткәс, хәҙер һуғыш , хәрбиҙәр тураһындағы фильмдарҙы ла элеккесә түгел, икенсерәк ҡабул итәм, – тип һөйләй ул.

  Атаһы яраланып, оҙайлы ваҡыт госпиталдә дауаланып ятҡан ваҡытында «Матур»ҙың улы ла,  мәктәпте тамамлау менән, РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған. Әле Донецкиҙа штурм ротаһында хеҙмәт итә. Офицер улы өсөн босолоуын йәшермәй. «Ни хәл итәһең, һәр кемдең үҙ юлы. Был уның теләге ине», – ти ул  улының үҙе артынан һуғышҡа китеүенә ҡаршы тора алмауын аңлатып.

 «Матур»  республикабыҙ халҡына ышаныслы тыл булғаны , даими гуманитар ярҙам ебәреп торғандары өсөн дә рәхмәт әйтте. Рәхмәт һүҙҙәрен  ул журналистарға ла еткерҙе. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто күптән түгел «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына район, республика баҫмаларын ебәргәйне. Штабтан был баҫмаларҙы алғы һыҙыҡҡа ла оҙатҡандар.  «Тыуған яҡтарыбыҙҙан килгән ошо гәзит-журналдарҙы ҡулыбыҙға алыу әйтеп бөткөһөҙ күңел йылылығы бирә. Беҙгә йышыраҡ ебәреп торһондар», – тигән теләктәрен дә еткергән яҡташ яугирҙар.

Журналистар телекүперҙә ҡатнашҡан «Журналист» позывнойлы коллегабыҙҙан  9 майҙы нисек ҡаршы алырға йыйыныуҙары менән дә ҡыҙыҡһынды.

Уның әйтеүенсә, Бөйөк Еңеүгә әҙерлек сиктәрендә үҙҙәренең полкы урынлашҡан урынға яҡын ерҙәге бөтә мемориаль һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтергәндәр, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалғандар. 80 йылдан һуң да ут эсендә ҡалһа ла был урындар,  бер ҡасан да был традиция, хәтер онотолорға тейеш түгелдер.

   Өфө менән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкын бәйләгән «тура бәйләнеш» йәнле генә барҙы. Артабан да «Журналист»ҡа бындай форматтағы аралашыуҙы яугирҙарҙың туғандарын саҡырып, район гәзиттәре  менән ойошторорға тәҡдим ителде.

Әйткәндәй , "Матур" позывнойлы яугирҙың ауыр яраланғандан ут эсенән иҫән-имен сығыуы тураһында сайтыбыҙҙан уҡый алаһығыҙ.«Мин тере…Үҙебеҙҙекеләргә сыҡтым»

«Фронтта беҙ – бер ғаилә»
«Фронтта беҙ – бер ғаилә»
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас