

Зәйтүн һөйәге
Зәйтүн һөйәге – бик яҡшы үт ҡыуыу сараһы, өҫтәүенә, аш эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта.
Бынан тыш, улар бик яҡшы сорбент булып тора, һәм аш эшкәртеү юлы аша үткәндә, бөтә токсиндарҙы йыйып алып, организмдан сығара. Ошо уҡ үҙенсәлеге арҡаһында эскән ваҡытта зәйтүн емешен һөйәге менән бергә ашаған кеше, тиҙ генә иҫермәй, иртәгәһенә лә үҙен бик яҡшы тоя. Тағы ла зәйтүн һөйәге астманан, тын етмҙән, үпкә ауырыуҙарынан файҙалы, нервы системаһын тынысландыра.
Бер ай буйы 150-ләп зәйтүн меше ашарға кәңәш ителә. Әлбиттә, һөйәге менән бергә. Ул бөйөрҙәрҙә, бәүел һәм үт ҡыуыҡтарында таш барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай.
Виноград һөйәге
Виноградтың һөйәге емешенә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ. Кем йәш һәм матур күренергә теләй, виноград һөйәге ашарға кәрәк. Е витаминына бай булыу сәбәпле, ул тирегә яҡшы йоғонто яһай. Шулай уҡ унда 50 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик файҙалы фитоэстрогендар бар.
Виноград һөйәге экстракты ҡан тамырҙарын нығыта, шулай уҡ холестерин кимәлен һәм ҡан баҫымын төшөрөргә булышлыҡ итә. Тағы ла унда кандидозды (бәшмәк ауырыуы) үҫешен баҫыусы матдәләр булыуы асыҡланған. Билдәле булыуынса был бәшмәктең ҡайһы бер төрҙәре иммунитет ҡаҡшау сәбәпле, аш эшкәртеү юлында һәм йыуан эсәктә үҫешә. Ҡыҙыл виноград ағына ҡарағанда 12 тапҡырға ифайҙалыраҡ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.