«Башым йыш әйләнә, ҡан баҫымы түбән»

Ришат Төхвәтуллиндың ҡатыны Әлиә Төхвәтуллина икенсегә йөклөлөк бир ауыр уҙыуын һөйләне. 

«Башым йыш әйләнә, ҡан баҫымы түбән»«Башым йыш әйләнә, ҡан баҫымы түбән»
«Башым йыш әйләнә, ҡан баҫымы түбән»

Башҡортостандың билдәле йырсыһы Әлиә Төхвәтуллина шәхси блогында «һорау–яуап» рубрикаһын асты. Унда ул үҙенең шәхси тормошо, атап әйткәндә, йөклөлөк осоро тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

– Ауырлы икәнегеҙҙе нисек белдегеҙ, Ришатҡа һәм башҡаларға нисек әйттегеҙ?
– Яңы йыл алдынан Әлим менән дауаханала яттыҡ. Беҙҙе 31-ндә сығарҙылар. Шул көндә иртән үҙемде насар тойҙом, башым әйләнеп, йығылып китерҙәй булдым. Өйгә ҡайтҡас, Ришатты бүләктәр алырға ебәрҙем (беҙҙе дуҫтар Яңы йылды билдәләргә саҡырғайны). Ирем магазинда йөрөгәндә, өйҙә тест эшләргә булдым. Ул ҡайтҡас, тесты күрһәттем дә: «Был көтөлмәгән бүләк һиңә», — тинем. Бик ҡыуандыҡ, беренсе тапҡырҙағы кеүек иланыҡ. Ата-әсәйҙәргә «отошлы билеттар»ға заказ бирҙем. Әсәйем Ҡазанға килгәс, билетты бирҙем һәм уның реакцияһын видеоға төшөрҙөк, ә атайым ҡайтҡас алды. Ришаттың ата-әсәһенә ауылға ебәрҙек, унда инде Айгөл төшөрҙө.

– Ҡыҙ бала планлаштырмайһығыҙмы?
–  Икенсе баланан һуң уҡ өсөнсөһө тураһында һорауҙар яуа башланы. Беҙ Ришат менән икебеҙ ҙә кәм тигәндә өс бала теләйбеҙ. Был баланан һуң үҙемде аяҡҡа баҫтырырмын да, 3–4 йылдан өсөнсөһөн планлаштырырбыҙ. Иң мөһиме — һаулығым ныҡлы булһын.

 – Икенсе тапҡыр ауырлы булыу нисек үтә? Беренсеһенән айырма бармы?
– Был юлы беренсеһенә ҡарағанда ауырыраҡ. Башым йыш әйләнеүе, ҡан баҫымымдың тағы ла төшөүе, ҡолаҡтарҙа даими сыңлау тураһында әйткәйнем инде. Аллаға шөкөр, аппетитым яҡшы, шул ҡыуандыра. Токсикоз, ғөмүмән, булманы тиерлек. Башҡа ҡатындарҙың токсикоз менән нисек яфаланыуын белгәс, мине бер аҙ ғына күңелем болғаныуы тураһында әйтергә лә ҡурҡам.

Әлиә Төхвәтуллина күптән түгел анализ биреүен, гемоглобин менән ферритиндың төшөүен дә әйтте. Тизҙән табипҡа барырға планлаштырын белдерҙе.

– Ни өсөн икенсе тапҡыр кесарево яһарға булдығыҙ?
– Беренсе бала ЭКС (ашығыс операция) ярҙамында тыуҙы. 41-се аҙнала тулғаҡ та, бала табыу билдәләре лә башланманы. Ике йыл үтте, УЗИ буйынсаө йөйөм насар булмаһа ла, хәүефкә барырға һәм үҙем табырға тырышырға теләмәйем. Мин белемле табип ҡулындамын, уға тулыһынса ышанам.

– Баланың тәүге тибеүен ҡайһы аҙнала һиҙҙегеҙ?
– 16-17-се аҙнала. Әлим менән дә шулай һиҙгәйнем.

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас