Башҡортостанда 88 кеше ҡот осҡос үлемгә дусар булған

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре күңелһеҙ статистиканы иғлан итте. Ағымдағы йыл башынан алып республика биләмәһендә 1900-ҙән ашыу янғын теркәлгән, уларҙа 88 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостанда 88 кеше ҡот осҡос үлемгә дусар булғанБашҡортостанда 88 кеше ҡот осҡос үлемгә дусар булған
Башҡортостанда 88 кеше ҡот осҡос үлемгә дусар булған

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, янғын — ул ябай стихия ғына түгел, ә күп осраҡта үҙебеҙҙең иғтибарһыҙлығыбыҙ һөҙөмтәһе. Электр сымдарының төҙөк булмауы, төнгә ҡарай розеткала ҡалдырылған үтек йәки түшәктә һүндерелмәгән тәмәке — ошо ваҡ-төйәк янғындың көсәйеүе, мал-мөлкәтте лә, кеше ғүмерҙәрен дә аямай.

Ведомствола республикала йәшәүселәргә бер нисә кәңәш бирәләр. Беренсенән, ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырырға, шулай уҡ түшәктә тәмәке тартырға ярамай — был фажиғәләрҙең иң йыш сәбәптәренең береһе. Белгестәр һәр ваҡыт ҡул аҫтында ут һүндергес тоторға һәм уны ҡуллана белергә, шулай уҡ өйҙә янғын тураһында хәбәр итеүсе (извещатель) ҡуйырға һәм уның эшкә яраҡлылығын даими тикшереп торорға кәңәш итә.

Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауҙың ғүмерҙәрҙе ҡыйыуы мөмкин.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас