Ҡайтып киләйемсе

Ҡайтып киләйемсе, тыуған яҡҡа. Күнелемдең баҫып һағышын Йөрәгемдең, һағыштарҙан сәсәп, Ишетәйем тулап, ҡағышын.

Ҡайтып киләйемсеҠайтып киләйемсе
Ҡайтып киләйемсе

Ҡайтып киләйемсе ауылыма,
Һағыныуым сиктән ашҡанда .
Һаҡмарымдың яҙғы ярһыуҙары,
Ярҙарына кире ҡайтҡанда.
Ҡайтып, бер тәгәрләп,
Аунап-илап бушатайым
Күңел һағышын.
Ҡайындарҙың ыуыҙ япрағының ,ишетәйем,
наҙлы тауышын.
Бәпкә үләненең ,йәшел балаҫынан , тас яланаяҡланып үтергә.
Тәүге ләйсән ямғырына ҡойоноп.
Йәйғоронан аша үтергә...
Ҡайтып киләйемсе ауылыма.
Хыял-Аҡбуҙатты эйәрләп.
Ғүмер йомғағымды һүтә торгас, кесерәйҙе инде ,тәгәрләп.
Р . Ибраһимова.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас