

«ЛизаАлерт» отряды ирекмәндәре ауыр хәбәр еткерҙе: Мәләүез районының Ергән ауылынан 48 йәшлек Гөлшат Яппарованың кәүҙәһе табылған. Ул 31 мартта юғалғайны.
Күркәм холоҡло ҡатынды яҡындарынан тыш Мәләүез ҡалаһының эске эштәр министрлығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, Ергән ауылы халҡы эҙләне. Ҙур территория байҡала, тиҫтәләрсә километрҙы үтәләр, урмандар, ҡырҙар, һыу буйҙары тикшерелә, әммә һөҙөмтә булмай... Бындай фажиғәләр тетрәндерә...
Гөлшат Яппарованың йәне йәннәттә булһын! Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: https://vk.ru/lizaalert_bashkortostan