Алма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙур

Кеше организмы өсөн барбарис, һырғанаҡ, гөлйемеш, муйыл, энәлек, йүкә, груша һөйәге лә шифалы үҙенсәлектәргә эйә.   

Добавить в предпочтительные источники Google
Алма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙурАлма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙур
Алма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙур

Слива тосо

 Таш ауырыуҙарын дауалау өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе – ул слива һөйәге. Бының өсөн өс – дүрт аҙна буйы көн һайын  20-не ашарға кәрәк. Һуңынан бер аҙна ял итеп алырға һәм дауалау курсын дауам итергә.

 Арбуз орлоғо

Шулай уҡ ниндәйҙер органда таш булғанда файҙалы. Арбуз һөйәгенән ҡуйы май алалар (25 – 30 процентлы). Ә халыҡ медицинаһында уның онтағын эстәге ҡорттарға, селәүендәргә ҡаршы ҡулланалар.  Арбуз орлоғо шифалы  майлы кислоталарға бай.  Улар иммунитетты нығыта,  холестерин төйөрсәләренең ҡан тамырҙарына ултырыуына тотҡарлыҡ яһай, күкрәк яман шеше барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай. 

Алма орлоғо

Бешкән алма һөйәгендә Е витамины күп.  Ул шулай уҡ йодҡа ла бай –   көнөнә  6-7  алма орлоғо организмдың йодҡа көндәлек нормаһын тултыра.   Улар мейе эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай. Йәшәү тонусын күтәрә.   

Сейә төшө

Составында  ағыулы матдәләр булыу сәбәпле,  уларҙы бик һаҡ ҡулланырға кәрәк.  Һөйәген ярып, эсенән орлоғон алып, киптерәләр һәм он хәленә килгәнсе, онтайҙар. Шуны ашҡаҙан сей яраһынан, подагранан, артриттан, таш ауырыуҙарынан файҙаланалар.  Дауалау маҡсатында көнөнә ике – өс тапҡыр  ¼ балғалаҡ онон  тел аҫтына һалып, иреп бөткәс кенә төкөрөктө йоторға.  Дауаланыу курсы 1,5 ай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Алма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙур
Алма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙур
Алма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙур
Алма, арбуз орлоғо,слива, сейә һөйәгенең дә шифаһы ҙур
Автор:Сажиҙә Лотфуллина