"Абзый" отпускыла

Нуриман районы Байгилде ауылынан "Абзый" өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә алынып, бөгөнгәсә махсус хәрби операция зонаһында дошмандарға ҡаршы алыша.

"Абзый" отпускыла"Абзый" отпускыла
"Абзый" отпускыла

Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан "Абзый" ошо көндәрҙә Байгилде ауыл советы башлығы Гөлназ Мәрҙәнова менән осрашҡан. Гөлназ Фәнил ҡыҙы йылы әңгәмә барышында фронтовикка батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн ихлас рәхмәтен белдерә, тиҙерәк еңеү менән өйөнә, ғаиләһенә һәм яҡындарына ҡайтыуын теләй.

Бындай осрашыуҙар яугирҙарға хөрмәт билдәһе лә, йәмғиәттең берҙәмлеген нығытҡан мөһим сара ла.

- Беҙ геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт уларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә әҙербеҙ, - тип белдерә ауыл хакимиәте башлығы Гөлназ Мәрҙәнова.

Һүҙҙәрҙең ғәмәлдәр менән нығытылыуына ышанабыҙ һәм "Абзый"ға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! 

Фото: https://vk.com/nurimanrb

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас