Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар фаразы менән танышығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Май башында һыуыҡ булды ла, хәҙер әкренләп йылыта бара. Әммә был тәүге ун көнлөктә тағы ла һыуытыуы ихтимал.

Айҙың икенсе яртыһына күҙалланған көн торошона килгәндә, бәғзе бер белгестәр Башҡортостанда һалҡынса буласағын фаразлай. Көндөҙ уртаса +16, +18 булыр, моғайын. Тимәк, йылы кейемдәрҙе алыҫҡа йәшермәҫкә)))

Ҡырау тураһында ла онотмағыҙ. Ул да мотлаҡ буласаҡ. Тик оҙайлы һыуыҡ менән түгел, ә бер-ике төн генә, ти синоптиктар. Ямғыр ҙа ҡапыл ғына туҡтамаясаҡ әле.

Айҙың өсөнсө ун көнлөгө һалҡынса башлана: көндөҙ +10 градус ҡына. Ә ай аҙағында тотороҡло +19, +21 градус күҙаллана.

фото: автор фотоһы

Автор:Алһыу Ишемғолова