Күп телле ғаиләләр ярышты

Башҡортостандың Әлшәй районында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап, бик матур конкурс ойошторолған.

Күп телле ғаиләләр ярыштыКүп телле ғаиләләр ярышты
Күп телле ғаиләләр ярышты

«Полилингваль ғаилә» тигән конкурста балалар баҡсаларына йөрөүсе бәләкәстәрҙең ғаиләләре ҡатнашҡан.

Алты ғаилә Рәсәй һәм Башҡортостан тураһында һорауҙарға яуап биргән, милли фольклор буйынса белемен һынаған, башҡорт телен, рус телен белеүҙә ярышҡан. Милли уйындар уйнап, йырҙар йырлап, хатта инглизсә флешмобта бейеп тә күрһәткән.

Был сара илебеҙҙә ғәмәлгә ашырылған "Ғаилә" милли проекты маҡсаттарына ла тура килә. Әлбиттә, һәр ғаилә - бәләкәй дәүләт, һәр ғаиләнең матур традициялары бар һәм беҙҙә балалар тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелә.

Фото: Контента | Инфоповод, МКУ Отдел образования Альшеевский район.

Күп телле ғаиләләр ярышты
Күп телле ғаиләләр ярышты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас