

Социаль селтәрҙәге шәхси битендә йырсы татуировка яһарға өйрәнгән видеоны баҫтырып сығарҙы.
Радик Юлъяҡшин гастролдәр араһында яңы һөнәр үҙләштерергә ваҡыт табыуы тураһында белдерҙе.
— Мин тәүге тапҡыр кешегә тату яһаным, был һөнәрҙе әлегә миңә бер ни тиклем камиллаштырырға кәрәк, — ти музыкант.
Ул үҙенең остазының аяғына «Уфтанма» тип яҙа.
Әйткәндәй, Элвин Грей ошондай уҡ татуировканы мастер уның уң ҡулына ла яһауы тураһында әйтте. Йырсы хатта үҙенең ҡулындағы һәм остазының аяғындағы яҙыуҙарҙы сағыштырып та күрһәтте.