Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын үҙ ғаиләһенең өс ағзаһын үлтергән

Дыуан районынан булған ҡатын өс кешене үлтереүҙә ғәйепләнеп, суд алдына баҫасаҡ.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын үҙ ғаиләһенең өс ағзаһын үлтергәнБашҡортостанда йәшәүсе ҡатын үҙ ғаиләһенең өс ағзаһын үлтергән
Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын үҙ ғаиләһенең өс ағзаһын үлтергән

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Дыуан района ара тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре урындағы кешегә ҡарата  ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Ул ике һәм унан да күберәк кешене айырыуса аяуһыҙлыҡ менән һәм хәүефле ысул менән үлтереүҙә (РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының, 2-се өлөшө, «а», «д», «е» пункттары), шулай уҡ ут төрөп мөлкәтте аңлы рәүештә юҡ итеүҙә (167-се статья, 2-се өлөш) ғәйепләнә.

Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың 20 декабренән 21-нә ҡараған төндә Иҫке Хәлил ауылындағы йорттарҙың береһендә ғәйепләнеүсе менән уның туғандары араһында низағ сыға. Улар бергә спиртлы эсемлектәр ҡулланған була. талаштан һуң ҡатын өйөнә ҡайтып китә, әммә булған хәлде уйлап, үс алырға ҡарар итә.

Зыян күреүселәр булған йортҡа кире килеп, ҡатын верандаға һәм инеү урынына тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса һибә, шунан һуң, йорттан сығыу юлын бикләп, ут төртә. Һөҙөмтәлә эстәге өс кеше һәләк була.

Бынан тыш, ут торлаҡ йортто һәм зыян күреүселәрҙең мөлкәтен тулыһынса юҡ итеп, ҙур матди зыян килтерә.

Тикшереү органдары етерлек дәлилдәр туплаған. Ошоға бәйле енәйәт эше, ғәйепләү һығымтаһы раҫланып, судҡа ебәрелә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас