Яңы автобустар юлға сыға

Быйыл Башҡортостанда "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса 83 автобус һатып алыу күҙалланған. Был турала БР Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә хәбәр иттеләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы автобустар юлға сығаЯңы автобустар юлға сыға
Яңы автобустар юлға сыға
Республикала 2030 йылға тиклем йәмәғәт транспорты паркын нормативҡа ярашлы яңыртыуға бер меңдән ашыу берәмек автобус талап ителә.
Йәмәғәт транспортын яңыртыу 2019 йылдан планлы башҡарыла. Ошоға тиклем 1,5 мең төрлө класлы автобус алынған.
Алдағы өс йылда, дөйөм алғанда, милли проект буйынса 421 берәмек транспорт алыу ҡаралған. Быйыл алынасаҡ 83 автобустың 63-ө Өфө һәм уның агломерацияһы маршруттарына сығарыла, 10-шар Нефтекамаға һәм Стәрлетамаҡҡа юлланасаҡ.
 
Фото: Минтранс РБ, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова