

Һауа торошоноң насар булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибә туплау һәм аралашыу өсөн ярышҡа Өфө, Белорет, Күмертау ҡалалары, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы райондары уҡсылары килде. Мәргәндәр ике йәш категорияһы буйынса ярышты: 55 йәшкә тиклемгеләр һәм 55 йәштән өлкәндәр.
Үҙ категорияларында иң мәргәндәр булып Наилә Ишкилдина (Бөрйән), Илнур Уразаев (Күмертау), Нилә Исламова (Учалы), Рәис Низаметдинов (Өфө) танылды.
Динә Вәлиева (Учалы), Урал Ярышев (Күмертау), Лилиә Низаметдинова (Өфө), Юнир Исламов (Учалы) икенсе урынды яуланы.
Дилара Ярышева (Күмертау), Айбулат Ноғоманов (Әбйәлил), Сәрүәр Махова (Учалы) һәм Вәхит Ғәлин (Баймаҡ) - бәйгенең бронза призерҙары.
Альбина Йәғәфәрова (Магнитогорск), Урал Ярышев, Илнур Уразаев (Күмертау) айырым уҡ атышта еңделәр.
- Турнирҙы ойошторорға Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры урынбаҫары Рәмил Йәһүҙин, "Модница" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Зөһрә Исмәғилева (Йәһүҙина), Йәһүҙиндарҙың ейәне Рәис Низаметдинов һәм бүләһе Илвир Исламов аҡсалата ярҙам итте, - ти ярышты ойоштороусыларҙың береһе Нилә Жәүәт ҡыҙы. - Туғандарға - турнирҙы үткәрергә ярҙам иткәндәре өсөн, ҡатнашыусыларға ямғырлы көнгә ҡарамай килгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Фото: Н.Исламова.