Рөстәм Нәбиевты ҡыйынлыҡтар һағалап ҡына йөрөй

Әммә ул бирешмәй... Яҡташыбыҙ, билдәле блогерҙың Эверестҡа күтәрелергә йыйыныуын яҙған инек.

Рөстәм Нәбиевты ҡыйынлыҡтар һағалап ҡына йөрөйРөстәм Нәбиевты ҡыйынлыҡтар һағалап ҡына йөрөй
Рөстәм Нәбиевты ҡыйынлыҡтар һағалап ҡына йөрөй

Рөстәм Нәбиев хәҙерге ваҡытта Непалда. Ул май уртаһында планетаның иң юғары нөктәһенә — Эверест тауына күтәрелергә ниәтләй.

«Бер нисә көн бәйләнешкә сыға алманым. Маршрутты асмай тоттолар. Шулай ҙа ҡаршылыҡлы хәл альпинистар файҙаһына хәл ителде: «Эверест-2026» экспедицияһы буласаҡ! Хәҙер юл һалына, терәктәр ҡуйыла», — тип һөйләне ул.

Экспедиция барышында етди хәүеф тә тыуған. Кхумбу боҙлауығында — Эверестың иң хәүефле урындарының береһендә — беренсе лагерға барған юлды алты ҡатлы йорт бейеклегендәге боҙ киҫәге ҡаплап торған. Ошо көндәрҙә альпинистар һәм маршрут һалыусылар уны урап үтеү юлдарын эҙләне. Тәүҙә боҙ киҫәге үҙе ысҡынып төшкәнсе көтөргә тигән ҡарарға килгәндәр, әммә уның ҡасан ҡуҙғалыуын берәү ҙә белмәй. Рөстәм Нәбиев хәбәр итеүенсә, белгестәр хәүефһеҙ урау юл тапҡан һәм экспедиция дауам итәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас