"Һау бул, әсәйем..."

Хәтер тауышы: трофей баян батыр егеттең һуңғы үтенесен үтәй.

"Һау бул, әсәйем...""Һау бул, әсәйем..."
"Һау бул, әсәйем..."

- Учалы районы егеттәре "Муха" менән "Альфа" алғы һыҙыҡта, Покровскиҙа, иҫке, емерелеп бөткән баян таба, - тип һөйләй М.Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе Ләйлә Садиҡова. - Улар, был инструмент йәшәргә тейеш, тип ҡарар итә һәм уны Тимур Фәттәхов аша беҙҙең ирекмән Илдус Кәримовҡа ебәрә. Илдус, инструменттың "тере" булыуын белеп, баянды Илдар Шәриповҡа тапшыра. Илдар, алтын ҡуллы, ғәжәп һиҙгер йөрәкле оҫта, баянды бөртөкләп тергеҙә, уға яңы һулыш өрә. Һәм баян телгә килә. Әммә унда яңғыраған тәүге йыр күңелле булмай. Был музыка күҙ йәштәре менән һуғарылған... Беҙҙең Ахун ауылында иҫ киткес кеше — Фәһим Фуат улы Лоҡманов йәшәне. МХО-ға киткәндә, өйгә ҡайтҡас, мотлаҡ минең яратҡан йырҙы уйнарһың, тип һорай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул, барыһын да ҡара ҡайғыларға һалып, әйләнеп ҡайта алманы. Илебеҙҙе һаҡлап, үҙ бурысын ахырынаса намыҫлы үтәп, ғүмерен бирҙе. Уны бөтәһе лә — туғандары, дуҫтары, ауылдаштары көтә ине... Яңыраҡ Илдар Шәрипов ремонтланған трофей баянды ҡулына алып, Фәһим Фуат улы һораған йырҙы башҡарҙы. Был йыр һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған бөтә яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ата-әсәләренә бағышлана.

Геройҙарға мәңгелек дан!

Видео: https://vk.ru/club228828595

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас