Аталы-уллы һуғышта

Салауат районы Әлкә ауылынан аталы-уллы "Аза" менән "Бәшир" дошманға ҡаршы иңде-иңгә терәп һуғыша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аталы-уллы һуғыштаАталы-уллы һуғышта
Аталы-уллы һуғышта

18 йәшлек "Бәшир" 9-сы кластан һуң федераль һыу транспорты академияһының филиалына (элекке Өфө йылға училищеһы) электромонтер һөнәренә уҡырға инә. Әммә диплом көтөп торор, ти ҙә, икенсе курстан академик отпуск алып, өс йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя һәм үҙ теләге менән МХО зонаһына юллана. Бөгөн "Бәшир" - БМП-ның төҙәтеүсе-операторы булып хеҙмәт итә. Үҙ ҡарарына бер секунд та үкенмәй, мин быға 18 йыл әҙерләндем, ти.

"Бәшир" арҡаһын ныҡҡа терәгән. Уның атаһы "Аза" - хәрби хәрәкәттәр ветераны, механик-водитель. Төньяҡ Кавказ операцияларында ҡатнашҡан ирҙең тормошон яҡташтары Рәсәй армияһының батырлыҡ картаһы менән сағыштыра.

Әйткәндәй, "Аза" малайҙы уллыҡҡа алып, уға үҙенең фамилияһын һәм йөрәген бүләк иткән, "Бәшир"ҙе үҙ өлгөһөндә ысын яугир итеп тәрбиәләгән. Махсус хәрби операция башланғас, атай кеше бер минут та икеләнмәй, фронтҡа юлланған. Әлеге ваҡытта улар бер подразделениела хеҙмәт итә.

Үҙ ирке менән илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡларға барған "Аза" менән "Бәшир"гә имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!  

Фото: https://vk.com/salavatsky_r

Автор:Баныу Ҡаһарманова