

Был хаҡта бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ойошма рәйесе Оскар Ситдиҡов белдерҙе. Саралар «Көслө ғаилә — көслө ил»девизы аҫтында үтәсәк. Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Туймазыла, Өфө районында район-ҡала етәкселәренең үҙ-ара эшләү мәсьәләләре буйынса кәңәшселәре менән зона семинарҙарын уҙғарыу планлаштырылған. «Бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн кәрәк», – тип билдәләне Оскар Ситдиҡов.
Бынан тыш, быйыл МХО ветерандары һәм йәштәр ҡатнашлығында «Өфө — Шайморатов» автоуҙышы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн «Ғаилә һабантуйы» байрамы, Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты менән берлектә «Өмөт ептәре» хәйриә йәрминкәһе, «Ватанға хеҙмәт итәм» республика форумы, ветерандар ғаиләләре өсөн «Ҙур ғаилә уйындары» ярыштары үтәсәк.
Ассоциация, юридик штабтарын киңәйтеп, райондарҙа ла булдырыласаҡ. Республиканың бөтә мәктәптәренә „Инфощит“ дәрестәрен индерергә лә теләйҙәр.
БР Башлығы Радий Хәбиров район-ҡала башлыҡтарына МХО -ла ҡатнашыусыларҙың мәсьәләләре буйынса кәңәшселәргә эш урындары булдырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты. «Бындай кәңәшселәр муниципаль структурала булырға тейеш», –тине ул.