"Ҡаланың бөтә хеҙмәттәре лә эшләргә тейеш"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә  Өфө мэры вазифаһын башҡарыусыны тәҡдим итте.

"Ҡаланың бөтә хеҙмәттәре  лә эшләргә тейеш""Ҡаланың бөтә хеҙмәттәре  лә эшләргә тейеш"
"Ҡаланың бөтә хеҙмәттәре лә эшләргә тейеш"

Өфө ҡала советы ҡала башлығы вазифаһын башҡарыуҙы Сергей Кожевниковҡа йөкмәтте.

– Сергей Петрович, был ауыр йөкте һеҙгә  һөйрәп алып барырға тура киләсәк. Ҡала эшен дауам итергә тейеш. Хәҙер бөтә хеҙмәттәрҙең дә эшләүе мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

    Билдәле булыуынса, Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ике айға СИЗО-ға ебәрелде.

Ул вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

 – Ратмир Рафил улы менән булған хәл барыбыҙға ла мәғлүм. Ул, ысынлап та, Өфөнөң үҫеше өсөн күп эшләне. Енәйәт эше ҡуҙғатылды.Минең позициямды һеҙ беләһегеҙ, процессуаль ҡарарҙар ҡабул ителгәнгә тиклем, судҡа тиклем Ратмир Мәүлиев ҡала башлығы булып ҡала.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас