

Был хаҡта БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР торлаҡ -коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы халыҡҡа өмәләрҙә ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте, әммә муниципалитеттарҙа тәртип урынлаштырырға кәрәклеген билдәләне.
– Мин бөтә муниципаль командаларға тирә-яҡты таҙартыу буйынса ҙур эш башҡарғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Май уртаһына тиклем эштәрҙе тамамлағыҙ. Айҙың икенсе яртыһында Башҡортостан Башлығының контроль идаралығы ҡабаттан тикшереү үткәрә. Бөтә фотоларҙы ла ҡарап , кире бәйләнешкә сығарасаҡмын. Әлбиттә, сәнәғәт зоналарында ҡаҙынырға кәрәкмәй, әммә район үҙәктәре һәм ҡалалар биләмәләре сүп-арҙан таҙартылырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостанда яҙғы өмәләр 10 майға тамамланырға тейеш.