Ял көндәре ҡуҙғалаҡ йыйҙығыҙмы?

Йыйған булһағыҙ, бик тәмле бәлеш рецебын тәҡдим итәбеҙ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ял көндәре ҡуҙғалаҡ йыйҙығыҙмы?Ял көндәре ҡуҙғалаҡ йыйҙығыҙмы?
Ял көндәре ҡуҙғалаҡ йыйҙығыҙмы?

Бүлмә температураһында йомшарған 100 г майға 150 г шыйыҡ ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 50 г шәкәр ҡомо һәм 1 ҡап ҡамыр күперткес (разрыхлитель) һалып, яҡшылап бутарға. Был массаға 250-300 г тирәһе он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға ла, бер сәғәт тирәһе ултыртып торорға. Аҙаҡ уны тигеҙ булмаған ике өлөшкә бүлергә һәм йәймәләр йәйергә.

Майланған табаға ҙурыраҡ йәймәне һалырға, өҫтөнә 2 ҡалаҡ манный ярмаһын һибергә. Эслеген һалып, ҡалаҡ менән тигеҙләп сығырға ла, бәләкәйерәк йәймә менән ҡаплап, ситтәрен биҙәкләп кенә тоташтырырға.

180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30 минут бешерергә.

Эслек өсөн 250 г ҡуҙғалаҡ кәрәк буласаҡ. Уны турап, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, 1 - 1,5 минут тирәһе микротулҡынлы мейестә йомшартып алырға. Һыуынғас 2 - 3 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып бутарға.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова