+9 °С
Облачно


Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүселәр быйыл да обелиск тирәһен матурлау өсөн өмәгә сыҡҡан. Сүп-сарҙан таҙартыу, аҡлау эштәре башҡарылған. Ҡатын-ҡыҙҙар сүпте һепереп, тырматып өйһә, ир-егеттәр уны ҡырҙағы махсус урынға түккән. Түтәлдәргә күп йыллыҡ сәскәләр ултыртҡандар.