Биҙәктәрҙә - милләт рухы

Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылының "Ҡомартҡы" тамбурлы ҡайыу халыҡ коллективы (етәксеһе Эльвира Латипова) эшләй. Күптән түгел улар Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейында тамбур ҡайыуы һәм ҡайылған түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.  

Биҙәктәрҙә - милләт рухыБиҙәктәрҙә - милләт рухы
Биҙәктәрҙә - милләт рухы

Уҡыусылар милли биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡушылды, оҫталыҡҡа өйрәнеп, үҙ ҡулдары менән матур әйберҙәр эшләне.

Мәсетле яҡтарында тамбурлы ҡайыуға оло иғтибар бүленә. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас