Баҡса йортоғоҙ бәләкәйме? Ер майҙаны күпме?

Ҡайһы бер граждандар һалымдан азат ителә. Бәлки һеҙ ҙә был исемлектәлер.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҡса йортоғоҙ бәләкәйме? Ер майҙаны күпме?Баҡса йортоғоҙ бәләкәйме? Ер майҙаны күпме?
Баҡса йортоғоҙ бәләкәйме? Ер майҙаны күпме?

Пенсионерҙар, 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтары, яу ветерандары алты сутый майҙанға ер һалымынан азат ителә. Биләмә ҙурыраҡ икән, алты сутыйҙан артҡан майҙан өсөн генә һалым түләнә. Шулай уҡ, күп балалы ғаиләләр үҙҙәре һайлаған берәй мөлкәтенә 50 процент һалым ташламаһына хоҡуҡлы.

Баҡсаларында майҙаны 50 квадрат метрҙан артмаған бәләкәй йорт хужалары шәхси милек һалымы түләүҙән азат ителә. Өйөгөҙ 50 квадрат метрҙан артығыраҡ икән, шул артыҡ өлөшөнән генә һалым түләргә тейешһегеҙ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова