Йәйге "комендант сәғәте" ғәмәлгә инде

Балағыҙ төндә урамда яңғыҙы ғына йөрөй икән, яуап тоторға әҙерләнегеҙ.  

Йәйге "комендант сәғәте" ғәмәлгә индеЙәйге "комендант сәғәте" ғәмәлгә инде
Йәйге "комендант сәғәте" ғәмәлгә инде

1 майҙан 30 сентябргә тиклем Башҡортостанда йәйге “комендант сәғәте” индерелде. 17-һе тулмаған балаларға 23 сәғәттән иртәнге 6-ғаса йәмәғәт урындарында өлкәндәрһеҙ яңғыҙ йөрөргә ярамай.

Баланы полиция эләктерһә, ата-әсәгә йә бала өсөн яуаплы кешеләргә административ яуаплылыҡ янай. Протокол төҙөлә һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелә. Шулай уҡ 500 – 2000 һумлыҡ штрафтар ҙа ҡаралған. Баланы полиция бер нисә тапҡыр тотһа, уны профилактик иҫәпкә ҡуйыуҙары ихтимал.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас