Мең ырыуы ҡор йыйҙы

Ултырышта ҡоролтай эшен йәнләндереү маҡсатынан Совет рәйесе урынбаҫарҙары һәм Совет ағзары араһынан алты йүнәлеш буйынса яуаплы кешеләр билдәләнде.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Мең ырыуы ҡор йыйҙыМең ырыуы ҡор йыйҙы
Мең ырыуы ҡор йыйҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының офисында "Мең ырыуҙары" төбәк-ара Советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Сара сиктәрендә Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына - 470 йыл, Мең ырыуының арҙаҡлы улы Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 495 тулыу айҡанлы эш планы тәҡдим ителде (Өфө ҡалаһында бюст ҡуйыу, "Ҡәнзәфәр бей халыҡтарҙы берләштерә" проектын тормошҡа ашырыу, Шишмә районы Ябалаҡлы ауылында Мең ырыуы йыйынын ойоштороу).

Шулай уҡ Мең ырыуының күренекле вәкиле, башҡорт шағиры Рәшит Шәкүрҙең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уның исемен баш ҡала урамына бирергә, ҡоролтай ағзалары араһында флэшмоб ойошторорға тәҡдим ителде.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова