Керпек үҫтерәм, тип күҙһеҙ ҡалма

Бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң популяр булған процедураның зыянлы булыуын табиптар йәшермәй. Боронғо: "Ҡаш төҙәтәм, тип күҙ сығарма" әйтеме хәҙер "Керпек үҫтерәм, тип күҙһеҙ ҡалма," - тип яңғырай.  

Керпек үҫтерәм, тип күҙһеҙ ҡалмаКерпек үҫтерәм, тип күҙһеҙ ҡалма
Керпек үҫтерәм, тип күҙһеҙ ҡалма

Британияның офтальмология клиникаһы табиптары әйтеүенсә, керпек үҫтереү модаға ингәне бирле, күҙ инфекцияһы ауырыуҙары артҡан. Күҙ ҡабағы зарарланыу осраҡтары ла күп. Ул блефарит ауырыуына ла сәбәпсе икән (был ауырыу ваҡытында күҙ ҡабаҡтары, керпек аҫты шешә), ә уны дауалау ҡатмарлы. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ керпек ҡойолоуы ла йыш күҙәтелә. Ә керпекһеҙ кешелә күҙ ауырыуҙары килеп сығыуы тағы ла арта, сөнки улар туҙандан, елдән һаҡлай.

Шуға күрә, керпек үҫтерер алдынан ныҡлап уйланығыҙ, ҡыҙҙар!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас