

Башҡортостандың Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, рейстар аҙна һайын: шаршамбы Сухумдан, ә кесаҙна Өфөнән 50 урынлыҡ Bombardier CRJ100/200 самолеттарында башҡарыла.
Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә.
Диңгеҙ буйында һаулығығыҙҙы нығытҡығыҙ киләме? Матур тәбиғәт күренештәренә һоҡланып йөрөргә теләйһегеҙме? Иҫтәлекле урындар күргегеҙ киләме? Былар барыһы ла Абхазияла бар. Хәҙер инде тиҙ арала, тура рейстар менән барып, ял итеп ҡайта алаһығыҙ.