Театрҙың илаһи нуры ул!

Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рушана Бабич юбилейын билдәләне.  

Театрҙың илаһи нуры ул!Театрҙың илаһи нуры ул!
Театрҙың илаһи нуры ул!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҙур аншлаг менән Уильям Шекспирҙың “Антоний һәм Клеопатра” трагедияһының премьераһы үтте. Донъя классигының әҫәре юҡҡа ғына ҡуйылманы: был – Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рушана Бабичтың юбилейы уңайынан сығарылған бенифис спектакле. Был көндө премьера айҡанлы ғына түгел, башҡорт театр сәхнәһенең сағыу, илаһи нуры булған артистың ғүмер һәм ижад байрамына ла ҡотлауҙар яуҙы.

Рушана Бабич өсөн ҡуйыласаҡ спектакль өсөн хис-тойғоларға бай, ҡатмарлы сюжетҡа ҡоролған классик әҫәрҙең һайланырына шик юҡ ине. Сөнки Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлау менән ошо театрҙа (ул саҡта Йәш тамашасылар театры, тип атала ине) эш башлау менән Рушана Юрий ҡыҙына Булгаков, Фон Клейст, Гоцци, Шварц, де Мюссе кеүек авторҙарҙың героиняларын сәхнәгә сығарҙы. Ә Антон Чехов “Аҡсарлағ”ындағы сәхнә тураһында хыялланған йәш, эскерһеҙ, романтик ҡыҙҙан ғазаплы һөйөү хистәренән сынығыу алған көслө ҡатынға әүерелгән Нина Заречная роле уға танылыу килтерҙе. Психологик яҡтан ҡатмарлы һәм ауыр образ минең өсөн тап Рушана Бабич ҡиәфәте, йылмайыуы, ҡарашы, тауышы менән күңелемә уйылып ҡалды. 31 йыл элек ошондай классик образдар менән ижад юлын башлаған артистың бөгөн ғүмер һәм ижад байрамын Клеопатра роле менән билдәләүе – ҙур күрһәткес. Уның үҫешенә, балҡышына, оҙон юлда үҙ-үҙен юғалтмауына, талантын һәм эске хәләтен һаҡлап ҡалыуына.

Артисты тәбрикләү өсөн театрға ябай тамашасылар, билдәле шәхестәр, мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. Улар яратҡан актерын гөлләмәләргә, ихлас ҡотлауҙарға күмде. Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов Рушана Бабичеваға республика Башлығының һәм министрлыҡтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров байрам хужабикәһен Станиславскийҙың көмөш миҙалы менән бүләкләне. РБ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Өфө ҡалаһының Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Алаксандр Кузменко, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Милли йәштәр театры директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов, республиканың башҡа театрҙары вәкилдәре юбилярға ҡотлау һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты. Сәхнәлә шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев менән РФ Федерация советының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрованың ҡотлау адрестары яңғыраны.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас