

Яҙыусылар союзы ағзаһы, Илеш ҡыҙы Гөлфинә Сәлимова премияһына “Тормош өсөн кәрәк мөхәббәт” исемле мөхәббәт хаҡында хикәйәләр һәм повестар конкурсы 15 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Шарттары:
– Конкурста Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары ла, ябай уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән хикәйә, повестар бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған булырға тейеш.
– Әҫәрҙәрҙең күләме сикләнмәй, бер автор ике әҫәре менән ҡатнаша аша.
– Яҡты, йылы мөхәббәт тарихтарына өҫтөнлөк бирелә.
– Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһала. Уңышлы әҫәрҙәр журнал биттәрендә донъя күрә.
– Конкурс эштәрен “Тормош өсөн кәрәк мөхәббәт” конкурсына” тигән тамға менән agideljurn@mail.ru электрон почтаһына юлларға кәрәк. Жюри ағзалары өс еңеүсене билдәләй. Беренсе урынға – 50 мең һум, икенсе урынға – 30 мең һум, өсөнсө урынға 20 мең һумлыҡ премиялар тапшырыла.
Әҙәби һәләтең бар икән, конкурстан ситтә ҡалма!