Иҫке Ҡужаҡ ауылында мәсет асылды

Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға Рәсәйҙең Баш мөфтөйө Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһретдинов, Ишле ауылы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, Ауырғазы районының имам-хатибы Сәлмән хәҙрәт Ғәйбәҙуллин һәм башҡалар килгән ине.  

Иҫке Ҡужаҡ ауылында мәсет асылдыИҫке Ҡужаҡ ауылында мәсет асылды
Иҫке Ҡужаҡ ауылында мәсет асылды

Төҙөлөш эше йыл ярым эсендә атҡарылып сыҡҡан. Уны ауылдың имам-хатибы Тәлғәт Ҡаһарманов башлап ебәрһә, ауыл халҡы дәррәү күтәреп ала. Шулай уҡ мәсет төҙөлөүе тураһында белгән сит кешеләр ҙә уға үҙ өлөшөн кертергә теләк белдерә.

Мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға, ҙур ярҙам күрһәткәндәргә Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының, район һәм ауыл хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Тәлғәт хәҙрәтте баш мөфтөй "Иман һәм намыҫ" ордены менән наградланы.

Ауыл халҡының хыялы тормошҡа ашты - Иҫке Ҡужаҡлылар мәсетле булды. Аҙан тауыштары һәр ваҡыт яңғырап торһон, намаҙ уҡыусылар артһын, дини байрамдар үтһен, ғилем алыусылар булһын - мәсет буш тормаһын киләсәктә. Амин!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас