Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы

Дыуан-Мәсетле мәктәбендә халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланыХалыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы
Халыҡ яҙыусыһын яҡташтары ҙурланы

Х.Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбендә халыҡ яҙыусыһы, ошо ауылда тыуған Ринат Камал хөрмәтенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын асыу тантанаһы үтте. Сарала халыҡ яҙыусыһы үҙе, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методист Венера Шафиҡова, «Һәнәк» сатирик журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов, уҡытыусы-ветерандар,уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.Кабинетта яҙыусының тормошона һәм ижадына арналған стенд эшләнгән, шулай уҡ уның китаптары һәм баҫмалары тупланған. Ҡунаҡтар бай экспонаттар тупланған мәктәп музейы менән дә танышты.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова