Башҡортостан удмурттары ҡор йыйҙы

Сарала Тәтешле, Яңауыл, Ҡалтасы, Борай, Балтас, Илеш, Кушнаренко, Йәрмәкәй райондарынан һәм Нефтекама, Өфө ҡалаларынан 105 делегат ҡатнашты.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан удмурттары ҡор йыйҙыБашҡортостан удмурттары ҡор йыйҙы
Башҡортостан удмурттары ҡор йыйҙы

Тәтешле районында Башҡортостандың удмурт йәмәғәтселеге өсөн иҫтәлекле һәм мөһим ваҡиға үтте. Яңы Тәтешле ауылының Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгендә съезд уҙҙы. Унда Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, "Удмурт Кенеш" ассоциацияһы рәйесе Андрей Ураськин, Башҡортостандың Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Юлиә Герасимова ҡатнашты.

Ултырыш барышында ҡатнашыусылар биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы, йолаларҙы һаҡлау, мәктәптәрҙә удмурт телен үҫтереү, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларын һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау хаҡында фекер алышты. Ойошманың яңы етәксеһе итеп Түбәнге Балтас ауылы хакимиәте рәйесе Эдуард Рәхимйәнов һайланды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова