

Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты ( разрыхлитель) 400 г он менән бутап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп , ҡыҙған табала газ плитәһендә ҡоймаҡ бешергәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.
Крем өсөн 500 мл һөттө ҡайнатырға. 250 мл һөткә 300 г шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал , 3 ҡалаҡ он , бер ҡап ванилин һалып бутарға, өҫтөнә ҡайнаған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 г аҡ май һалып, туҡырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.
Фото: ru.pinterest.com